Балтачевская районная модельная
детская библиотека
logo
Балтачевская районная модельная
детская библиотека
Республика Башкортостан, Балтачевский р-н., с. Старобалтачево, ул. Советская, д. 29
тел. +7 (347-53) 2-15-52; e-mail: kultbal@mail.ru

Сәғит Мифтах улы Мифтахов. «Драматург. Шәхес. Солдат»

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Сәғит Мифтаховтың тыуыуына — 115 йыл.
Сәғит Мифтах улы Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый.
1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай. 1923 йылда Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Бер ни тиклем ваҡыт Ульяновск өлкәһе Мәләкәс ҡалаһында ВЛКСМ-дың өйәҙ комитеты секретары булып эшләй. Шунда 1925 йылда КПСС ағзалығына алына.
Университетты уңышлы тамамлағандан һуң Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта. 1930 йылда КПСС-тың Баймаҡ район комитетының культура һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Бында ул тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы юлға һала.
1935 йылдан С. Мифтахов Өфө ҡалаһы берләштерелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм рус драма театрҙары) директоры булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары Сәғит Мифтахов батырҙарса һәләк була. Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә уңыш ҡаҙана.